Төләү. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Төләү

Төләү


Йылан төләүе тапһаң - бәхеткә (юрамыш)
Еләклектә генә ятҡансәле -
Табып алдым йылан тиреһен,
Юранылар, юлдарыңа тиеп
Бәхет кенә торор тирелеп.
Юрамыштар менән һынамыштар
Тик әкиәт ине ул саҡта.
Уңыш юрар тылсым-табыш ҡалды
Урмандағы ташлы һуҡмаҡта.
Яҙмышымдың хәтәр бөгөлдәре
Яҡындарҙы һынап, төләтә,
Йыландарҙы таный белмәгәндә
Үкенестәр менән түләтә.
Һиҙгерлеге кемдең иҫ китмәле:
Ҡасан ҡояш, ҡасан ел өрә -
Әҙер генә яңы көп-тиреһе,
Көнгә бишәр төләп өлгөрә.
Һин ышанып ҡара шундайҙарға,
Күреп ҡара һалған тиреһен.
Урмандағы табыш - бәхеткә лә,
Инсанлыҡта - төптө киреһе.
Төләй-төләй төҫөн мең үҙгәртеп,
Әүермәндәр дуҫтай ҡылана,
Сағыуҙары үтеп үҙәгемә
Керпектәрем йәшкә сылана...
Рәхмәтемдән башҡа һүҙҙәрем юҡ
Ырыҫ юрап киткән йыланға...


2012